Поздравление с Днем Великой Победы


Дорогие ветераны, коллеги, аспиранты, магистранты и студенты!

9 Мая – особая, незабываемая дата в истории нашей страны, в жизни каждой нашей семьи. В этот светлый день мы чтим память павших и чествуем ветеранов, отдаем дань уважения труженикам тыла, ковавших Великую Победу. Чем больше время отдаляет от нас годы минувшей войны, тем сильнее память о событиях тех лет, о бессмертном подвиге наших отцов и дедов, которые подарили будущее нам и нашим детям. Память о Великой Отечественной войне – священна. Сколько бы лет ни прошло, подвиг победителей всегда будет примером силы духа, мужества и патриотизма нашего народа.

В этот прекрасный день от всей души желаю Вам успехов, здоровья и мирного неба над головой! С Днем Победы!

С уважением, и.о. директора В.В. Ганеев.

Ҡәҙерле ветерандар, коллегалар, аспиранттар, магистранттар һәм студенттар!

9 май – илебеҙ тарихында, һәр ғаилә тормошонда онотолмаҫлыҡ көн. Был изге көндә һәләк булғандарҙы хәтергә алабыҙ, ветерандарҙы ҡотлайбыҙ, Бөйөк Еңеүҙе яулауға ҙур өлөш индергән тыл хеҙмәткәрҙәренә хөрмәт күрһәтәбеҙ. Һуғыштан һуң йылдар арауығы алыҫайған һайын шул осорҙоң ваҡиғалары, беҙгә һәм беҙҙең балаларыбыҙға киләсәк бүләк иткән атайҙарыбыҙҙың һәм олатайҙарыбыҙҙың үлемһеҙ ҡаһарманлығы тураһындағы иҫтәлек нығына бара. Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы хәтирәләр – беҙҙең өсөн изге. Күпме йылдар үтһә лә, еңеүселәрҙең батырлығы һәр ваҡыт халҡыбыҙҙың рухи көсө, батырлығы һәм патриотизмы өлгөһө булып ҡаласаҡ.

Ысын күңелдән һеҙгә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм аяҙ күк йөҙө теләйем! Еңеү көнө менән!

Ихтирам менән директор вазифаһын башҡарыусы В.В. Ғәниев.